«Берҙәм Рәсәй» ҡатнашлығында республикала мәктәптәр төҙөүҙе һәм капиталь ремонтлауҙы, ФАп-тарҙы алмаштырыуҙы, почта бүлексәләрен ремонтлауҙы, мәҙәниәт учреждениеларын йыһазландырыуҙы, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ.
Бергәләп төп геройҙарға — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Бында партияның 63 урындағы бүлексәһе нигеҙендә асылған Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ҙур роль уйнай. Волонтёрҙар гуманитар йөк туплауҙа ҡатнаша, яугирҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото:Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков