Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Февраль 2025, 12:40

Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлектең төп маҡсатын әйтте

Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың Белоруссия менән хеҙмәттәшлегенең төп маҡсаты сәнәғәт кооперацияһы булыуын әйтте.

Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлектең төп маҡсатын әйтте
Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлектең төп маҡсатын әйтте

– Ғөмүмән, Белоруссия менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы айырым мөнәсәбәттәрҙе иҫәпкә алып, беҙҙең төп бурысыбыҙ – сәнәғәт кооперацияһы. Хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә, уртаҡ предприятиелар төҙөргә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров Sputnik Беларусь агентлығына биргән интервьюһында.

Беларусь Республикаһы – төп тышҡы иҡтисади ғына партнер түгел, сөнки мәҙәниәт, гуманитар, социаль өлкәләрҙә лә төрлө яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешкән, тип билдәләне ул. Шунан сығып, мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бирелә.

– Һис шикһеҙ, беренсеһе – тауар әйләнеше, һәм беҙ уның үҫеше өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Уңыштар һәм бурыстар бар. Атап әйткәндә, һуңғы йылдарҙа Белоруссиянан Башҡортостанға импорттың артыуын теркәйбеҙ, һәм был бик ҡыуаныслы, – тине Башҡортостан Башлығы.

Санкциялар оппоненттарға көтөлмәгән рәүештә йоғонто яһаны: республикалар тағы ла яҡынайҙы, тағы ла һөҙөмтәлерәк хеҙмәттәшлек башланды, тип билдәләне ул. Сәнәғәт кооперацияһы сиктәрендә 350-нән ашыу төрлө изделиелар барлыҡҡа килде. Был продукция Башҡортостан менән Беларусь предприятиеларының берлектәге хеҙмәте иҫәбенә формалаша –  импортты алмаштырыу буйынса бурыс шулай тыныс һәм ышаныслы үтәлә.

Рәсәй Федерацияһының Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Беларусь Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 5,4% өлөшө булған контрагент илдәрҙең тәүге унау иҫәбенә инә. Башҡортостан менән тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә Беларусь Республикаһы менән экспорт өлөшө – 46,9%, импорт өлөшө – 53,1%.

– Эйе, ысынлап та, беҙ Белоруссияла – йыш ҡунаҡ, сөнки даими бәйләнешһеҙ, барлыҡ кәрәкле процестарҙы даими көйләмәй тороп, уңышҡа ирешеп булмай, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Бөгөн дә бында – Башҡортостандан ҙур делегация. Беҙ барыбыҙ ҙа Белоруссиялағы коллегаларыбыҙ менән 2022-2024 йылдарға төҙөгән юл картаһы сиктәрендә эшләйбеҙ. Хәҙер 2025-2027 йылдарҙа хеҙмәттәшлек итеүгә иҫәпләнгән яңы юл картаһы бар.

Фото:© Sputnik 
 
Автор: