«Беларусь – беҙҙең төп тышҡы иҡтисади партнер. Республика – уның президенты Александр Григорьевич Лукашенко, идара итеү командаһы, халҡы менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылды. Бергә эшләйбеҙ. Үҙ-ара тауар әйләнеше, кооперация бәйләнештәре, улар беҙгә сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендә етди компетенциялар бирә», — тине Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда.
Уның һүҙҙәренсә, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге бәйләнештәрҙең даимилығы менән дә билдәләнә, шуға күрә Башҡортостан делегацияһы йәнә Беларусь Республикаһына килде.
«Сәфәрҙең программаһы бик бай. Ил етәкселеге менән осрашырға, бер нисә яңы производствоны ҡарарға ниәтләйбеҙ. Һис шикһеҙ, гуманитар проекттарҙы ла тикшерербеҙ. Мәҫәлән, йәйгеһен уҡыусыларыбыҙҙы бында сәйәхәткә алып килергә уйлайбыҙ. Былар барыһы ла – системалы эш, уны планлы рәүештә башҡарырға кәрәк», — тип хәбәр итте республика етәксеһе.
Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты