«Рәсәй Президенты һәр ваҡыттағыса киҫкен темаларҙы тикшереүҙән ҡасмай һәм халыҡты борсоған һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирә, — тип билдәләне Константин Толкачёв. — Власть менән йәмғиәт араһында аралашыуҙың был форматы кешеләрҙең ысын ихтыяждарын һәм хәстәрлектәрен асыҡлау өсөн оло әһәмиәткә эйә. Тура бәйләнеш Президентҡа йәмғиәттең һорауҙарына туранан-тура яуап бирергә мөмкинлек бирә, был граждандарҙың бөгөнгө ихтыяждарын аңлау һәм дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәрен билдәләү өсөн бик мөһим.
Дәүләт башлығы махсус хәрби операция үткәреү, халыҡ-ара хәл мәсьәләләренә ентекле туҡталды. Бөтә төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе борсоған эске сәйәсәттең бөтә төп йүнәлештәре буйынса яуаптар бирелде. Әйтәйек, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы, льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү, милли проекттарҙы бойомға ашырыу, ишле ғаиләләргә ярҙам итеү, ауыл хужалығын үҫтереү һәм башҡалар.
Граждандар менән ошондай оҙайлы диалог алып барған бер генә донъя лидерын да белмәйем. Владимир Путинға ике миллиондан ашыу һорау килде, был Президентҡа ышаныс һәм туранан-тура һөйләшеүҙең кәрәклеге тураһында һөйләй. Парламентарийҙар өсөн был файҙалы мәғлүмәт, уны артабанғы эшебеҙҙә ҡулланырбыҙ».