«Бөгөн иҡтисадтың үҫешен, предприятие, бизнес социаль өлкә, йәмәғәт һәм сәйәси ойошмаларҙың уңышлы эшләүен юристарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һеҙҙең һөнәри ҡарарҙарығыҙ республика үҫешенә йоғонто яһай, күп осраҡта кешеләрҙең яҙмышын билдәләй. Мировой судьялар халыҡҡа иң яҡын суд власы вәкилдәре булып тора. Быйыл президентыбыҙҙың ҡушыуы буйынса республикала мировой судьяларҙың 14 суд участкаһында капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Биш йылға иҫәпләнгән эштәрҙе артабан да дауам итәбеҙ. Һөнәрегеҙ ҡануниәт өлкәһен яҡшы белеү, илебеҙ юриспруденцияһы традицияларына тоғролоҡ талап итеүен яҡшы аңлайым. Республикабыҙҙа үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәгән, йәмғиәттә хоҡуҡи мәҙәнилекте арттырыуға һәм хоҡуҡи аңды үҫтереүгә булышлыҡ иткән юғары квалификациялы белгестәр — судьялар, прокурорҙар, адвокаттар, нотариустар, юридик факультет уҡытыусылары, хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары хеҙмәткәрҙәренең эшләүе менән ғорурланам», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы юридик корпус ветерандарына — тәжрибәле, тоғро белгестәргә, йәштәрҙең аҡыллы остаздарына айырыуса рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙҙең һөнәри юлығыҙ һәм бай тәжрибәгеҙ яңы быуын юристары өсөн өлгө булып тора. Хөрмәтле ветерандар, һөнәрегеҙгә тоғролоҡ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Башҡортостандың судьялар корпусы киләсәктә лә алда торған етди бурыстарҙы уңышлы хәл итер тип ышанам. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем», — тип билдәләне республика етәксеһе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Белешмә
Бөгөн республика судтарында 2 меңдән ашыу белгес эшләй. Быйыл ғына республика судтары 1 миллион 100 меңдән ашыу эште ҡараған. Йөкләнеш 19% артҡан.