Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Декабрь , 14:30

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Башҡортостан Республикаһы Башлығы 12 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев исеменә республика Башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамә көнө күрһәтелгән хаты килде.

Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

— Башҡортостан Башлығы 12 декабрҙә республика парламенты алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай, – тип белдерҙе Константин Толкачев. – Был Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһында ҡаралған, депутаттар корпусы өсөн мөһим ваҡиға. Мөрәжәғәтнамәлә республика етәксеһе киләһе йылға өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәрен билдәләй, республиканың идара итеү командаһы алдында торған тәү сираттағы бурыстарға һәм заман саҡырыуҙарына баҫым яһай. Мөрәжәғәтнамәнең төп тезистары парламенттың 2024 йылдағы эшмәкәрлеге өсөн нигеҙ һәм закон проекттарын әҙерләгәндә йүнәлеш булып тора».

Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе йәмғиәттә киң резонанс тыуҙыра, сөнки республика тормошоноң мөһим аспекттарын, шул иҫәптән иҡтисади үҫеш, граждандарҙың социаль именлеге, экологик хәүефһеҙлек һәм мәҙәни мираҫ мәсьәләләрен сағылдыра.

Фото

Автор: