Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Ноябрь , 11:55

Владимир Путин Радий Хәбировты Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн бүләкләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҙур ҡаҙаныштары юғары кимәлдә билдәләнде: Кремлдә уға IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены тапшырылды. Илдең алдынғы төбәге етәксеһен бүләкләү тураһында указға ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Владимир Путин Радий Хәбировты Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн бүләкләне
Владимир Путин Радий Хәбировты Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн бүләкләне

«Коммерсантъ» гәзите хәбәр итеүенсә, Кремлдә республика Башлығына лайыҡлы награданы Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырған. Федераль үҙәк Радий Хәбировтың ил мәнфәғәттәрен яҡлауға индергән мөһим өлөшөн билдәләп үтте, тигән фекерҙә эксперттар.

«Тәү сиратта награда менән Радий Фәрит улының 2014 йылдан башлап яңы Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙағы ҙур роле билдәләнде. Сөнки «Ҡырым яҙы» ла, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары өсөн формалашыу, аяҡҡа баҫыу мөмкинлеге лә — бында Радий Фәрит улының ҡаҙанышы ҙур. 

Махсус хәрби операция башланғас, Башҡортостан Республикаһы Рәсәй төбәктәре араһында гуманитар ярҙам күрһәтеү, ирекле частар ойоштороу йәһәтенән лидер булды. Беҙ тотош Рәсәй өсөн ыңғай өлгө күрһәттек. Берләшеп, беҙ милли мәнфәғәттәрҙе яҡлайбыҙ һәм унда, алғы һыҙыҡта ил өсөн көрәшкән кешеләргә ярҙам итәбеҙ.

Шуны билдәләп үтеү мөһим: Радий Фәрит улы республикаға 2018 йылда, бында бик күп процестар туҡтатылған ваҡытта килде. Инвестициялар йәлеп итеү буйынса проблема бар ине, төҙөлөш комплексы тотҡарланды. Бик күп иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр түбәнәйҙе. Ошо ғәйәт ҙур эште башлап ебәреү, уға ыңғай импульс, яҡшы үҫеш темптары биреү үтә ауыр булды. Биш йыл эсендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Күптәр республиканың, ысынлап та, элекке кеүек үк, Рәсәйҙең үҫеш локомотивы була, алдынғы позицияға сыға алыуына ышанды. Әлбиттә, быны эшләү шаҡтай ҡатмарлы, сөнки күп ваҡыт уҙған. Шуға ҡарамаҫтан, эш алып барыла, динамика күренә, уны федераль үҙәктән тыш, республика граждандары ла баһалай. Шуға күрә сентябрҙә үткән Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында Радий Фәрит улының юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүе осраҡлы түгел.

Быларҙың барыһы ла хәҙер лайыҡлы баһаланды. Был юғары награда — ысынлап та лайыҡлы», — тип иҫәпләй Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты, политолог Владимир Савичев.

Фото
 
Автор: