Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Октябрь , 12:15

В. Путин Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.

В. Путин Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе
В. Путин Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

«Радий Фәрит улы, беҙ һеҙҙең менән бөгөн бер нисә сәғәт буйы аралашабыҙ, эшләйбеҙ. Республикала хәлдәрҙең торошо хаҡында һөйләй башланығыҙ инде. Шуға ҡарамаҫтан, бәлки, иғтибарҙы нимәгәлер йүнәлтергә теләр инегеҙ?» – тине Владимир Путин, осрашыуҙы асып.

Башҡортостан Башлығы «Рәсәй – спорт державаһы» форумын республикала ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән өсөн Президентҡа рәхмәт белдерҙе.

«Илебеҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен күрәбеҙ, шуға күрә бының өсөн рәхмәт. Беҙ спорт объекттары төҙөлөшөн тамамларбыҙ, тағы төҙөрбөҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе махсус хәрби операцияға ярҙамды төп бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне.

«Тәүге бурыс – әлбиттә, беҙҙең егеттәргә, яугирҙәргә ярҙам итеү. Владимир Владимирович, һеҙгә рәхмәтемде белдерәм: 18 сентябрҙә лейтенант Суфийәровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирҙегеҙ. Һоҡланғыс батырлыҡ. Материалдарҙы уҡыйһың, – был бит Бөйөк Ватан һуғышынан! Ул һуңғы һулышына тиклем көрәшә, яраланған була, ләкин әсирлеккә төшмәй, үҙе менән бергә дошмандарыбыҙҙы ла шартлата. Ҙур рәхмәт, ғаиләһе менән бәйләнештәбеҙ», – тине ул.

Улар барыһы ла – ысын геройҙар, тип билдәләне президент.

Республикала 11 Рәсәй Геройы һәм лейтенант Илдар Суфийәров – «Башҡортостан» полкының икенсе геройы, тине Радий Хәбиров.

Фото:http://www.kremlin.ru/

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-10-18/vladimir-putin-f-l-bash-ortostan-bashly-y-radiy-h-birov-men-n-eshlekle-osrashyu-tk-r-e-3973037 

В. Путин Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе
В. Путин Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе
Автор: