Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Октябрь , 09:30

Рәсәй Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тип атаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфө һәм Башҡортостан халҡын баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. «Быйыл Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләй. Ҡала һәм республика халҡын ошондай әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлайым», — тине дәүләт башлығы «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумындағы сығышында.

Рәсәй Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тип атаны
Рәсәй Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тип атаны

Башҡортостан «илдең иң үҙенсәлекле төбәктәренең береһе» булып тора, тип билдәләне президент.

Ул шулай уҡ республика халҡына ил үҫешенә тос өлөш индергәне — хәрби, хеҙмәт, фәнни һәм спорт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Форумда ҡатнашыусылар данлыҡлы башҡорт ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, ошо һоҡланғыс, боронғо төбәктең тарихы, уның үҙенсәлекле мәҙәни мираҫы, спорт традициялары һәм заманса ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынып танышыр тип ышанам», — тине Владимир Путин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17-19 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы бара. «Башинформ» 17 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Өфөгә килеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Фото:Олег Яровиков
Рәсәй Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тип атаны
Рәсәй Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тип атаны
Автор: