«Технопарк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2019 йылда элекке авиация предприятиеһы биләмәһендә ойошторолған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында донъяның алдынғы етештереүселәре менән партнерлыҡта 16 юғары технологиялы производство асылған. 450 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда төрлө тармаҡтан биш меңдән ашыу белгес технопарк биләмәһендә сәнәғәт кондиционерҙары һәм һыуытыу системалары, лифттар һәм эскалаторҙар, һыу насостары, газды иҫәпләү приборҙары, һыу йылытыу ҡаҙандары, көнкүреш һәм сауҙа өсөн һыуытҡыстар, кер йыуыу машиналары, мебель өсөн фурнитура һәм башҡа продукция сығара.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров технопарктың эшен ойоштороу һәм уның биләмәһендә эшләгән производстволарҙың үҙенсәлектәре менән танышты. Сәнәғәт майҙансығының эш тәжрибәһен Ташкент өлкәһендә Башҡортостан-Үзбәкстан технопаркын сафҡа индереү өсөн файҙаланыу күҙаллана. Бынан тыш, киләсәктә республикабыҙҙа ла ошондай майҙансыҡ булдырырға ниәтләйҙәр.
– Технопарктар – иҡтисадты үҫтереү өсөн һөҙөмтәле ҡоралдарҙың береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Башҡортостан биләмәһендә яңы технопарктар селтәрен әүҙем үҫтерәбеҙ, яңы резиденттарҙы ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә бындай эш форматын киңәйтергә кәрәк.
Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре йомғаҡтары буйынса потенциаль инвестиция проекттары пулын булдыра башлайҙар. Уларҙың продукцияһына сит ил баҙарында ла ихтыяж булырға тейеш.
«Башинформ» Радий Хәбировтың Үзбәкстандың сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары менән осрашыуы тураһында ла хәбәр иткәйне.