+1 °С
Болотло
Федерация Советының телеграм-каналында хәбәр ителеүенсә, алимент буйынса бурыслыларҙың айырым реестры Федераль суд приставтары хеҙмәтенең башҡарма производстволары мәғлүмәттәре банкының бер өлөшө булып тора. Түләмәүселәрҙе эшкә урынлаштырыу тураһында көнүҙәк мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте автоматик рәүештә дәүләт власы органдарынан һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтарынан тейешле мәғлүмәт һорап алыу хоҡуғы бирелә. Бынан тыш, бурыслыға бер тәүлек эсендә реестрға индереү йәки унан сығарыу тураһында хәбәр ителергә тейеш.
«Башинформ» Башҡортостанда әсәнең балаларына 1 миллион һум алимент йыйылыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Фото:Ксения Калинина