Мәсетле тормошо
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Май , 15:30

Радий Хәбиров Үзбәкстанды Башҡортостандың мөһим стратегик партнеры тип атаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 17 майҙа Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев һәм Фирғәнә өлкәһе хакимы урынбаҫары Нуриддин Мамажанов менән осрашты. Республика етәксеһе Үзбәкстан делегацияһы менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең юл картаһын тикшерҙе.

Радий Хәбиров Үзбәкстанды Башҡортостандың мөһим стратегик партнеры тип атаны
Радий Хәбиров Үзбәкстанды Башҡортостандың мөһим стратегик партнеры тип атаны

«Үзбәкстан — беҙҙең өсөн бик мөһим, стратегик партнер, ул республикабыҙҙың тышҡы сауҙа әйләнеше өлөшө буйынса бишенсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар, беҙ быны уңышлы тормошҡа ашыра алабыҙ. Осрашыуыбыҙ иң тәүҙә сәнәғәт кооперацияһын формалаштырыуға булышлыҡ итер тип ышанам. Мәҙәни, гуманитар һәм туристик алмашыу йүнәлештәрен дә тикшереү мөһим», — тип Хәбировтың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев производство һәм бизнес өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы сәфәрҙең төп маҡсаты тип билдәләне.

«Беҙ яңы үҫеш нөктәләрен булдырыу өсөн мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтергә, төрлө өлкәләрҙә төбәгегеҙҙең алдынғы тәжрибәһен өйрәнергә әҙербеҙ», —  тип билдәләне ул.

Фирғәнә өлкәһе хакимы Нуриддин Мамажанов әйтеүенсә, киләһе аҙнала Өфөгә Башҡортостан менән артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен ентекле тикшереү өсөн вәкиллекле делегация килә.

Шулай уҡ осрашыуҙа Үзбәкстан өлкәләре менән логистик бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Һүҙ республика биләмәһендә уртаҡ технопарктар булдырыу хаҡында бара.

«Бөгөн тап технопарктар иҡтисад өсөн үҫеш драйверҙары булып тора. Шул уҡ ваҡытта беҙ уларҙың эшенең төрлө йүнәлештәрен ҡарарға әҙер. Улар машина эшләү, туҡыу, фармацевтика һәм башҡалар булырға мөмкин. Хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең юл картаһы нигеҙендә эшләргә тип һөйләшеп килештек. Әлеге сәфәр аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн һәйбәт этәргес булыр», — тине Радий Хәбиров.

Фото:Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-05-17/radiy-h-birov-zb-kstandy-bash-ortostandy-m-im-strategik-partnery-tip-atany-3771508 

Автор: