Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 8 сентябҙә Рәсәйҙең 83 төбәгендә бөтә кимәлдәге дүрт меңгә яҡын һайлау һәм референдум кампаниялары үтәсәк. 35 меңдән ашыу мандат алмаштырыласаҡ, һайлауҙарҙа 55 миллиондан ашыу һайлаусы ҡатнаша аласаҡ.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова: “Быға тиклем беҙ 8 сентябрҙә берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау тураһында яҡынса мәғлүмәттәрҙе хәбәр иттек, әммә Президент Хакимиәтендә кадрҙар алмашыныуы һәм Хөкүмәттең яңы составы формалашыуына бәйле хәл үҙгәрҙе.
Атап әйткәндә, төбәк башлыҡтарын һайлау буйынса һайлау кампаниялары һаны арта: планлаштырылған 16 төбәккә тағы ла дүрт төбәк өҫтәлә: Хабаровск крайы, Калининград өлкәһе, Кемерово өлкәһе – Кузбасс һәм Тула өлкәһе. Дүрт осраҡта ла был ваҡытынан алда һайлау буласаҡ – быйыл сентябрь айына төбәк башлыҡтарын туранан-тура 20 һайлау планлаштырылған”.
Быйыл республикала ла ҙур һайлау кампанияһы була - Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡбыҙ.
Фото: vk.com/cikrussia