Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Апрель , 10:40

Башҡортостан Башлығы ни өсөн икенсе мөҙҙәткә һайланырға ҡарар итеүен аңлатты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә журналистар һәм блогерҙар менән осрашыуҙа ни өсөн икенсе мөҙҙәткә кандидатураһын күрһәтергә ҡарар итеүен аңлатты.

Башҡортостан Башлығы ни өсөн икенсе мөҙҙәткә һайланырға ҡарар итеүен аңлатты
Башҡортостан Башлығы ни өсөн икенсе мөҙҙәткә һайланырға ҡарар итеүен аңлатты

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул һайлауҙа ҡатнашыу-ҡатнашмау тураһында уйланғанда, бер нисә фекерҙән сығып эш иткән. Беренсенән, башланған проекттарҙы тамамларға кәрәк. Уларҙың ҡайһы берҙәрен дүрт-биш йыл эсендә тамамлау күҙаллана.

Бынан тыш, ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, шуны аңлау мөһим, «ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең ирекле подразделениелар булдырыу тәҡдимен индерҙем», тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

«Беҙ яугир егеттәребеҙгә ярҙам күрһәтеү эшен тейешенсә яйға һалдыҡ. Барлыҡ ошо ярҙам сараларын, гуманитар ылауҙарҙы беләһегеҙ. Шундай ваҡытта был эштән китергә кәрәкмәй тип иҫәпләйем, — тигән фекерҙә Радий Хәбиров.  — Халыҡҡа биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәйбеҙ. Ләкин тамамланырға тейешле эштәр ҙә бар әле».

Радий Хәбиров икенсе мөҙҙәткә һайланырға хәл итеүенең өсөнсө сәбәбен дә әйтте. Ошо ауыр осорҙо бергәләп үткәреп ебәрергә кәрәк, тине ул.

«Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Беҙ республика менән бергә ковидты ла үттек. Махсус хәрби операция, иҡтисадыбыҙ өсөн  ҙур проблемалар тыуҙырған ҡот осҡос баҫым, санкция сәйәсәте менән бәйле ауырлыҡтарҙы һеҙҙең менән бергә үтәбеҙ. Быны аңларға кәрәк. Шуға күрә миңә хәҙер әлеге осорҙо бергә үтергә кәрәк кеүек тойола, — тине Башҡортостан Башлығы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы баш мөхәрриренең һорауына яуап биреп. — Әлбиттә, ҡыҙыҡһыныу ҙа бар. Унһыҙ эшләргә ярамай.  Аҙаҡтан республика ғорурлана алырҙай эштәр башҡарырға теләйем».

Фото:Олег Яровиков

Автор: