Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Март , 09:45

Башҡортостан Башлығы Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш бирҙе

Бөгөн, 15 мартта, Башҡортостан Башлығы ҡатыны менән бергә Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙ тауыштарын бирҙе. Каринэ һәм Радий Хәбировтар Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында һайланы.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш бирҙе
Башҡортостан Башлығы Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш бирҙе
«Иң мөһиме халыҡ тауыш бирә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу ине. Тауыш биреү өс көн бара. Был һайлау, ысынлап та, хәл иткес. Алдағы алты йылда илебеҙҙең үҫешен билдәләйбеҙ. Йүнәлеш шул уҡ – алға табан барыу. Минеңсә, һайлауға барыһы ла әҙер. Халыҡ иртәнән үк һайлау участкаларына килә башланы. Һайлау лайыҡлы, тейешле кимәлдә үтер тип уйлайым. Тағы ла ҡабатлайым: барлыҡ хеҙмәттәр, һайлау комиссияларының системаһы уны үткәрергә әҙер. Беҙ уны яҡшы, йылы шарттарҙа уҙырбыҙ ышанам», – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәнге сәғәт 8-ҙә 3308 участка һайлау комиссияһы, шул иҫәптән һайлаусыларҙың ваҡытлыса торған урындарында (дауаханалар, СИЗО, шифаханалар, тимер юл вокзалы) ойошторолған комиссиялар ишектәрен асты. Һайлау участкалары урындағы ваҡыт менән киске 8-гә тиклем эшләй. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш бирергә мөмкин.

Фото

Автор: