Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Март , 14:45

Башҡортостанда һайлауҙа 3300-ҙән ашыу һайлау участкаһы эшләй

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы президентын һайлау көнөндә 3308 һайлау участкаһы асыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов.

Башҡортостанда һайлауҙа 3300-ҙән ашыу һайлау участкаһы эшләй
Башҡортостанда һайлауҙа 3300-ҙән ашыу һайлау участкаһы эшләй

Азат Ғәлимханов билдәләүенсә, Рәсәй президентын һайлауҙа теркәлмәгән һайлаусылар ҙа үҙ тауышын бирә ала. Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандарға тауыш биреү өсөн Өфөнөң Киров районында (Октябрь революцияһы урамы, 75) 119-сы махсус һайлау участкаһы асыла. Бынан тыш, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бәләбәйҙә насар күргән һәм һуҡыр һайлаусылар өсөн биш махсуслаштырылған һайлау участкаһы билдәләнгән.

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы порталында «Һайлау комиссиялары һәм референдум комиссиялары тураһында мәғлүмәт биреү» сервисы ярҙамында үҙеңдең һайлау участкаңды табырға мөмкин. Бының өсөн адресыңды яҙырға кәрәк, системала тейешле участка комиссияһының номеры, уның адресы һәм телефоны күренә.

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта һайлаусыларҙың именлеген һәм һайлау участкаларының өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн муниципалитет хакимиәттәре 2712 резерв бина (тауыш биреү өсөн урын) әҙерләгән.

«Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙа Башҡортостанда тауыш биреү процесын һәм һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләүҙе видеоға яҙҙырыуҙы ойоштороу планлаштырыла. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы республикабыҙ биләмәһендә ошондай 1364 һайлау участкаһын билдәләне. Ҡалған һайлау участкаларында видеотеркәү (видеофиксация) саралары ҡулланыла», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.

Һайлауҙы төрлө сәйәси партияларҙан, урындағы үҙидара органдарынан, һайлаусылар йыйылыштарынан 28 меңдән ашыу һайлау комиссияһы ағзаһы үткәрә.

Рәсәй президентын һайлау тураһында популяр һорауҙарға яуапты «Башинформ» материалында алырға мөмкин.

Автор: