Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Октябрь 2023, 09:30

Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы Хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев менән эш осрашыуы үткәрҙе. Яҡтар иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлектең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы Хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты
Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы Хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты

Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды тарихи уртаҡлыҡ бәйләй, был артабан үҙ-ара эш итеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр аса, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Беҙҙе уртаҡ тарихи, мәҙәни, этник тамырҙар бәйләй. Һуңғы йылдарҙа үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙгә яңы һулыш бирҙек, сауҙа әйләнеше арта, йылды үҫеш менән тамамларбыҙ, артабан үҫешеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бөгөн Башҡортостан тауар әйләнешенең ундан бер өлөшө Ҡаҙағстанға тура килә. Дүртенсе йыл арта бара. Мәҫәлән, былтыр тауар әйләнеше 10% – 464 миллион долларға тиклем артҡан.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн яҡшы инфраструктура булдырҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Ҡаҙағстанда Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге составында Башҡортостан вәкиллеге эшләй. Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән сәнәғәттә уртаҡ  проекттары бар, ауыл хужалығы, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек үҫешә. Ҡаҙағстандан 800-ҙән ашыу студент Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем ала.

Ноябрҙә Ҡаҙағстандың Костанай ҡалаһында Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XIX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ойошторола. Унда Радий Хәбиров та ҡатнашырға йыйына.

Даурен Абаев Башҡортостанда үҙенә күрһәтелгән ҡунаҡсыллыҡты юғары баһаланы. Ҡаҙағстан етәкселеге Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүлә, тине илсе.

Фото:Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре
 
Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы Хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты
Радий Хәбиров Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы Хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты
Автор: