Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2023, 12:00

Рәсәйҙәрҙең 78 проценттан ашыуы Владимир Путинға ышана — ВЦИОМ

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) сәйәсмәндәргә ышаныу, дәүләт институттары эшмәкәрлеген баһалау, партияларға мөнәсәбәт рейтингтары менән таныштырҙы.  

Рәсәйҙәрҙең 78 проценттан ашыуы Владимир Путинға ышана — ВЦИОМ
Рәсәйҙәрҙең 78 проценттан ашыуы Владимир Путинға ышана — ВЦИОМ

Ошо мәғлүмәттәргә ярашлы, 2023 йылдың 2 октябренән 8-енә тиклем Рәсәй президенты эшмәкәрлеген хуплау күрһәткесе 74,9% тәшкил иткән (бер аҙнала +1,3%). Һуңғы аҙнала премьер-министрҙың һәм Рәсәй хөкүмәтенең эшен ыңғай баһалау кимәле 52% (+0,9%) һәм 49,7% (+1,2%) еткән.

Владимир Путинға ышаныс тураһында һорауға респонденттарҙың 78,3% (+1,3%) ыңғай яуап биргән, Михаил Мишустинға иһә 61,2% (+1%) ышаныуын белдергән.

Бынан алда «Башинформ» президенттың ил бюджеты өсөн ҡулай булған һум курсы тураһында хәбәр иткәйне.

Фото:kremlin.ru

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-10-16/r-s-y-r-e-78-protsenttan-ashyuy-vladimir-putin-a-yshana-vtsiom-3479540 

Автор: