Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Октябрь 2023, 10:00

Дәүләт Думаһы декрет ялынан ваҡытынан алда эшкә сыҡҡан осраҡта пособиеларҙы һаҡлау тураһында законды ҡарай

Дәүләт Думаһы депутаттары декреттан ваҡытынан алда эшкән сыҡҡанда йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса пособиеларҙы һаҡлау тураһында закон проектын ҡарарға йыйына. Был хаҡта Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин хәбәр итте. Документтарҙы профилле комитеттар тикшерә, тине ул. Ә дүшәмбе уларҙы Дәүләт Думаһы Советы ҡарай.

Дәүләт Думаһы декрет ялынан ваҡытынан алда эшкә сыҡҡан осраҡта пособиеларҙы һаҡлау тураһында законды ҡарай
Дәүләт Думаһы декрет ялынан ваҡытынан алда эшкә сыҡҡан осраҡта пособиеларҙы һаҡлау тураһында законды ҡарай

«Дәүләт Думаһы декрет ялынан ваҡытынан алда эшкә сыҡҡан ата-әсәләргә пособиеларҙы һаҡлау тураһында закон проекттарын өҫтөнлөклө тәртиптә ҡарарға әҙерләнә, - тине Вячеслав Володин. - Хөкүмәт индергән закон проекттары хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре, ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса профилле комитеттарға ебәрелде. Дүшәмбе улар Дәүләт Думаһы Советы ултырышына сығарыла, шунда уҡ тәүге уҡыу көнө билдәләнә».

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй хөкүмәте ваҡытынан алда эшкә сыҡҡан осраҡта баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү буйынса пособиеларҙы һаҡлау тураһында законды Дәүләт Думаһына ҡарауға индергәйне. Закон ҡабул ителһә, ул 2024 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инергә тейеш.

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Автор: