Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июль 2023, 16:10

Башҡортостан илдә торлаҡ төҙөлөшө буйынса һигеҙенсе урынды биләй

2023 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан торлаҡ төҙөү йәһәтенән Рәсәйҙә — һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Башҡортостан илдә торлаҡ төҙөлөшө буйынса һигеҙенсе урынды биләй
Башҡортостан илдә торлаҡ төҙөлөшө буйынса һигеҙенсе урынды биләй

Быйыл алты айҙа республикала дөйөм майҙаны 1571,4 мең квадрат метрлыҡ 20,1 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылға ҡарағанда 5,6 процентҡа күберәк.

«Былтыр республика тарихында ғүмерҙә булмағанса өс миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Ошо күрһәткескә өлгәшкәс, беҙҙең өсөн өс миллион — хәл ителгән мәсьәлә, хәҙер алға ғына барабыҙ», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фото:Олег Яровиков, архив фотоһы

Автор: