Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Июль 2023, 19:45

Рәсәйҙә ипотека түләгән ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум бүленде

Ил хөкүмәте күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека кредиттары буйынса түләүҙәрҙе компенсациялауға өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум йүнәлтте. Был 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуған ғаиләләр өсөн ипотека кредиттары буйынса йөкләмәләрҙе үтәүҙе гарантиялай.

Рәсәйҙә ипотека түләгән ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум бүленде
Рәсәйҙә ипотека түләгән ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум бүленде

Күп балалы ғаиләләр торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү, шулай уҡ шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы һатып алыу өсөн бурысты тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплауға 450 мең һум аҡса алырға мөмкин.

Хәҙер 33 меңдән ашыу балалы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. 2023 йылда федераль бюджетта банктарға аҡсаны ҡайтарыу өсөн 60 миллиард һумдан ашыу сумма ҡаралған, уларҙың күп өлөшө күсерелгән.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-07-14/r-s-y-ipoteka-t-l-g-n-ishle-ail-l-rg-yar-am-k-r-te-s-n-t-m-r-esht-15-milliard-um-b-lende-3340752 

Автор: