Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Декабрь 2022, 14:35

«Төшкә тиклем совет гәзиттәрен уҡымағыҙ»: Башҡортостан Башлығы үҙенең Донбасҡа эшкә күсеүе тураһында имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең интервьюһында Донбасҡа эшкә күсеүе хаҡында имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты.

«Төшкә тиклем совет гәзиттәрен уҡымағыҙ»: Башҡортостан Башлығы үҙенең Донбасҡа эшкә күсеүе тураһында имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты
«Төшкә тиклем совет гәзиттәрен уҡымағыҙ»: Башҡортостан Башлығы үҙенең Донбасҡа эшкә күсеүе тураһында имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты
«Быны кем таратҡанын һәм кемгә кәрәклеген аңлап бөтмәйем. «Төшкә хәтлем совет гәзиттәрен уҡымағыҙ», тип әйткем килә. Башҡортостандан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Ләкин республика яҙмышын уның етәксеһенең яҙмышы менән бәйләргә ярамай, әлбиттә. Башҡортостан алға барырға тейеш. Йәнә ҡабатлайым, мин дәүләт хеҙмәтендә эшләйем. Мине халыҡ һайлаған, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ил етәкселеге миңә ҡайҙа эшләргә ҡуша, шинелемде алып, һис һүҙһеҙ шунда китермен. Бында хәрби хеҙмәт булмаһа ла, принциптар шул уҡ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы менән күп йылдар тығыҙ бәйләнештә, тип билдәләне ул.

«Был күптән, 2014 йылдан уҡ башланды. Рәсәй президенты хакимиәтендә эшләгән осоромда уҡ әлеге ваҡытта яңы төбәктәрҙең етәкселәре итеп тәғәйенләнгәндәр, мәҫәлән, Денис Пушилин менән таныштым. Эшлекле хеҙмәттәшлек дуҫлыҡҡа әүерелде. Мин уның ҡыйыулығына һәр ваҡыт һоҡланам һәм һәр осрашыу аҙағында үҙеңде һаҡла тип әйтәм», — тип уртаҡлашты Радий Хәбиров.
 
Автор: