Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Декабрь 2022, 15:15

Азат Бадранов Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры вазифаһында ҡала

Радий Хәбировтың ҙур интервьюһыда республикала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙы үҫтереү темаһы ҡуҙғатылды. 2021 йылдың йәйендә Башҡортостанда хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшләй башланы. 

Азат Бадранов Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры вазифаһында ҡала
Азат Бадранов Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры вазифаһында ҡала

Уның маҡсаты дәүләт органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдарының, хоҡуҡ һаҡлау органдарының, ойошмаларҙың һәм йәмәғәтселектең үҙ-ара һөҙөмтәле эш алып барыуы ине.

Бындай комиссия булдырыу кәрәклеге республика халҡының ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булмауы менән аңлатыла, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

«Беҙ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә закон боҙоуға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек биргән схема төҙөйбөҙ. Ведомство-ара комиссия халыҡты ишетә, сигналдарына иғтибар бирәбеҙ, тейешле ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ – бер нисә енәйәт эше ҡуҙғаттыҡ», – тип һөйләне Радий Хәбиров.

Азат Бадранов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа Ведомство-ара комиссияны кем етәкләй тигән һорауға ла яуап бирҙе.

«Азат Шамил улы республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры булып ҡала, уның урынына бер кем дә тәғәйенләнмәй. Әлегә вәкәләттәрҙең бер өлөшө Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Фәрит улы Абдрахмановҡа йөкмәтелә. Тиҙҙән ул Луганск Халыҡ Республикаһына оҙайлы командировканан ҡайтырға тейеш».

Фото:Олег Яровиков

Автор: