Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Декабрь 2022, 14:30

Путин мобилизация һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ойошторҙо

Рәсәй Президенты Владимир Путин мобилизация әҙерлеге, мобилизация, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы социаль һәм хоҡуҡи яҡлау мәсьәләләре буйынса власть органдарының һәм ойошмаларҙың эшсе төркөмөн ойошторҙо. Тейешле бойороҡ шишәмбе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Путин мобилизация һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ойошторҙо
Путин мобилизация һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ойошторҙо

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, эшсе төркөм составына парламентарийҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм журналистар —  бөтәһе 31 кеше инде. Улар иҫәбендә — «Рыбарь» Telegram-каналын асҡан Михаил Звинчук, хәрби хәбәрселәр Семен Пегов, Евгений Поддубный, Александр Сладков.  Төркөмдө Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Турчак етәкләй.

Төркөмдөң ҡатнашыусыларына мобилизация мәсьәләләре буйынса хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы мониторингы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль һәм хоҡуҡи ярҙам сараларын үтәүҙе контролдә тотоу, яугирҙәрҙе матди-техник яҡтан тәьмин итеү һәм хәрби комиссариаттарҙың эшен камиллаштырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау, мобилизация мәсьәләләре буйынса аңлатыу эштәре алып барыу бурыстары йөкмәтелгән.

Фото:kremlin.ru

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-12-21/putin-mobilizatsiya-m-mahsus-h-rbi-operatsiyala-atnashyusylar-a-sotsial-yar-am-m-s-l-l-re-buyynsa-eshse-t-rk-m-oyoshtor-o-3081564 

Автор: