Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Октябрь 2022, 14:30

Радий Хәбиров бизнесҡа дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостанда «Кесе һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында» законына өҫтәмәләр ҡабул ителде. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тип хәбәр итә төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте.

Радий Хәбиров бизнесҡа дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров бизнесҡа дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

«Закон аша кесе һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына ингән мәғлүмәт теҙмәһе арттырылды. Хәҙер унда дәүләт ярҙамын күрһәтеү тәртибен һәм шарттарын боҙоу факты, уның төрө һәм ваҡыты күрһәтеләсәк. Был дәүләт ярҙамын күрһәтеүҙе ҡарар ҡабул иткән ойошмаларға ғариза биреүселәрҙе объектив баһаларға мөмкинлек бирәсәк», - тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Республика парламенты спикеры белдереүенсә, дәүләт ярҙамы саралары һөҙөмтәлелеге төбәктәге инвестициялар мөхитенә туранан-тура йоғонто яһай. Бизнес алып барыуға булдырылған шарттар үҙенең һөҙөмтәһен бирә. Былтыр ғына Башҡортостанда кесе һәм уртаса бизнес субъекттары һаны дүрт процентҡа артҡан. Инвестициялар мөхите хәҙенең милли рейтингында республика 2015 йылдағы 40-сы урындан 5-се урынға күтәрелгән.

«Иҡтисадтағы тотороҡһоҙ хәлдәрҙе иҫәпкә алып беҙ дәүләт ярҙамы сараларының максималь һөҙөмтәле булыуын тәьмин итергә тейеш. Һәр һалынған һум бизнесты үҫтерергә ярҙам итергә тейеш», - тине Константин Толкачев.


Фото: Олег Яровиков

Автор: Ләйсән Закирова

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-25/radiy-h-birov-biznes-a-d-l-t-yar-amy-mt-lelegen-arttyryu-tura-ynda-zakon-a-ul-uy-y-3002151 

Автор:Лариса Михалькова