Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Октябрь 2022, 16:15

Радий Хәбиров Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских менән осрашты

12 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Көн ҡаҙағында төбәк-ара бәйләнеште нығытыу һәм перспективалы проекттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу булды.

Радий Хәбиров Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских менән осрашты
Радий Хәбиров Ульяновск өлкәһе губернаторы Алексей Русских менән осрашты

Тәүҙә Радий Хәбиров Республика көнөндәге сараларҙа ҡатнашҡандары өсөн Ульяновск өлкәһе делегацияһына рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш, ҡунаҡтар Өфөнөң һәм Стәрлетамаҡтың сәнәғәт предприятиеларында ла булған ине.

«Ульяновск өлкәһе республика өсөн ҡыҙыҡлы партнёр булып тора, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙә төрлө өлкәләрҙә мөнәсәбәт яйға һалынған, беҙ уны артабан да үҫтерә алырбыҙ тип уйлайым».

Башҡортостан етәксеһе Ульяновск өлкәһенең айырым иҡтисади зоналары эше менән иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле булыуын әйтеп үтте. Артабан ул коллегаларҙы республика биләмәһендә Евразия иҡтисади үҙәген булдырыуҙа һәм төбәк-ара туристик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Ульяновск өлкәһе губернаторы үҙ-ара мөнәсәбәттең яңы өлкәләрен эҙләүе тураһында белдерҙе.

«Башҡортостан - бай тәбиғәтле, етди иҡтисади мөмкинлеге һәм яҡшы халҡы булған уникаль төбәк, — тине Алексей Русских. — Беҙ һеҙгә өлкәнең 15-ләп предприятиеһы вәкилен килтерҙек һәм республика бизнесы менән мөнәсәбәттә аныҡ пландар билдәләнек. Ике төбәктең компаниялары бер-береһенән күпте өйрәнә ала. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәткә, шул иҫәптән импортты алмаштырыу өлкәһендә ынтылышы бар».

Алексей Русских, үҙ сиратында, республика делегацияһын бизнес-миссия маҡсатында Ульяновск өлкәһенә килергә саҡырҙы. Радий Хәбиров беҙҙең хөкүмәткә ике төбәк араһында тармаҡ ведомстволары араһында даими эш кәңәшмәләрен ойошторорға һәм үҙ-ара мөнәсәбәтте үҫтереү буйынса юл картаһын булдырырға ҡушты.

Фото: БР Башлығы сайтынан

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-13/radiy-h-birov-ulyanovsk-lk-e-gubernatory-aleksey-russkih-men-n-osrashty-2987102 

Автор:Лариса Михалькова