Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Октябрь 2022, 11:45

Башҡортостан Башлығы мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Республика көнөндә, Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡта эш урындарын һаҡлауҙың, кредиттар буйынса льготаларҙың, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең федераль гарантияларына өҫтәмә рәүештә яугирҙәрҙең ғаиләләренә тағы ла 30-ға яҡын ярҙам сараһы ҡаралған.

Башҡортостан Башлығы мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы
«Улар балалар баҡсаһына ҡабул итеүгә, бала ҡараған өсөн түләүгә, балалар аҙығы менән тәьмин итеүгә, йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүгә, балалар һауыҡтырыу лагерҙарына юлламаларға, колледж уҡыусыларын һәм студенттарын ҡайнар аш менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Оло йәштәге туғандары һәм инвалидтар өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр менән файҙаланырға мөмкин.

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә «Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау» программаһы шарттары еңелләштерелә, Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды аша баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирелә. Ошондай ярҙам саралары бик күп»,   тине Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында.

Уның һүҙҙәренсә, республика яугирҙәрҙе, уларҙың туғандарын һәм яҡындарын хәстәрлек күрә. Район һәм ҡала хакимиәттәре хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә тормош һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

Фото:Олег Яровиков

Автор:Лариса Михалькова