Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Август 2022, 15:45

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Яза башҡарыу федераль хеҙмәте директоры менән осрашты

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яза башҡарыу федераль хеҙмәте директоры Аркадий Гостев менән осрашты. Ул бөгөн баш ҡалала Бөтә Рәсәй енәйәт-башҡарыу системаһының йәш белгестәре форумында ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Яза башҡарыу федераль хеҙмәте директоры менән осрашты
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Яза башҡарыу федераль хеҙмәте директоры менән осрашты

Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Аркадий Гостев республика етәкселегенең хөкөм ителгәндәр өсөн холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт үҙәктәрен асыу буйынса эшен ыңғай баһаланы. Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл илдең һәр төбәгендә хөкөм ителгәндәр өсөн 400 яңы эш урыны булдырыу тураһында күрһәтмәһен үтәне тиерлек.

Гостев әйтеүенсә, 2022 йылдың ете айында Яза башҡарыу федераль  хеҙмәтенең төбәк идаралығы предприятиеларында тауар етештереү, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда өстән бер өлөшкә тиерлек артҡан. 

Башҡортостан Башлығы элекке хөкөм ителгәндәрҙе социаль яраҡлаштырыуҙың мөһимлеген билдәләп, профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға Яза башҡарыу федераль хеҙмәте продукцияһына, хеҙмәттәренә дәүләт һәм муниципаль заказдарҙы урынлаштырыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Фото:Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Лариса Михалькова