Махсус тәғәйенләнеш төркөмө командиры, өлкән лейтенант Максим Серафимов 27 февралдә разведка отряды составында дошмандың көслө уты аҫтына эләккән. Өлкән лейтенант, ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итеп, 30 дошманды һәм бер бронетранспортерҙы юҡ иткән. Сираттағы һөжүм ваҡытында офицерҙан ике метр алыҫлыҡта граната шартлаған. Өлкән лейтенант Максим Серафимов үҙенең кәүҙәһе менән гранатаны ҡаплаған һәм иптәштәрен үлемдән ҡотҡарған. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Указы менән Өфөнән өлкән лейтенант Максим Серафимовҡа хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Максим Серафимов армия генералы В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа десант команда училищеһын (хәрби институтын) тамамлаған.
Фото:Олег Яровиков