Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Август 2022, 14:30

«Башҡорт аты» фестивалендә Радий Хәбиров республика фермерҙары менән аралашты

«Башҡорт аты» фестивалендә Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре һәм фермерҙары күргәҙмәлә аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһын, шул иҫәптән данлыҡлы башҡорт балын һәм ҡымыҙын күрһәтте.

«Башҡорт аты» фестивалендә Радий Хәбиров республика фермерҙары менән аралашты
«Башҡорт аты» фестивалендә Радий Хәбиров республика фермерҙары менән аралашты

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Баймаҡ районынан Өмөтбаевтар ғаиләһе стендын бик иғтибар менән ҡараны. Өсөнсө йыл инде йәш ғаилә башҡорт тоҡомло аттар үрсетә, ҡымыҙ етештерә. Шифалы эсемлек бик популяр.

Белорет районынан Дубровскийҙар ғаиләһе фестиваль ҡунаҡтарын йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы менән һыйланы. Бер йыл элек ғаилә агростартап программаһы буйынса 3 миллион һумлыҡ республика грантына лайыҡ булған. Аҡса өҫтәмә бал ҡорто ғаиләләрен һатып алыу өсөн тотонолған. Фермер-умартасылар продукцияны Белореттағы шәхси магазиндарында һата, балды Өфө, Мәскәү ҡалаларына ла оҙата.

3 миллион һумлыҡ тағы бер грант – Әбйәлил районы ауыл хужалығы кооперативында. Агропредприятие яңы ҡорамалдар һатып алып, ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә. Ассортиментта  билмән, манты, голубцы, ҡаҙы, тултырма бар.

Радий Хәбиров фермерҙарға аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларына республика дәүләт ярҙамы саралары менән әүҙемерәк файҙаланырға кәңәш бирҙе.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-08-01/bash-ort-aty-festivalend-radiy-h-birov-respublika-fermer-ary-men-n-aralashty-2894452 

Автор:Лариса Михалькова