Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Апрель 2022, 16:00

Радий Хәбиров Башҡортостанда милләт-ара тыныслыҡты ентекле эш һөҙөмтәһе тип атаны

Республикала милләт-ара тыныслыҡ — ата-бабаларыбыҙҙың күп быуатлыҡ традицияларының дауамы ғына түгел. Был — бөтә кимәлдәге властың, аҡыллы милли-мәҙәни сәйәсәттең ныҡышмалы, уйланылған эш һөҙөмтәһе ул, тине Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында сығыш яһап.

Радий Хәбиров Башҡортостанда милләт-ара тыныслыҡты ентекле эш һөҙөмтәһе тип атаны
Радий Хәбиров Башҡортостанда милләт-ара тыныслыҡты ентекле эш һөҙөмтәһе тип атаны

Радий Хәбиров рәйеслегендәге ултырыш эшендә Совет ағзалары, традицион конфессияларҙың дини лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

«Беҙ артабан да дәүләт программаларын, грант ярҙамын, милли матбуғатты, мәғарифты үҫтереп, этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итербеҙ. Был — беҙҙең төп байлығыбыҙ», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы һәм әле төбәктә тормошҡа ашырылған полилингваль гимназиялар селтәрен булдырыу проектын миҫалға килтерҙе.

Проект республикала икенсе йыл ғәмәлгә ашырыла. Киләсәктә 14 полилингваль гимназия ойоштороу планы бар.

Хәҙерге көндә Башҡортостанда башҡорт теле өйрәнлегән өс полилингваль мәктәп эшләй. Нефтекамала ла шундай мәктәп асылды, ләкин унда татар теле уҡытыла. Мишкә районында мари мәктәбе ойошторола. Бишбүләк районында сыуаш полилингваль мәктәбен асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Ултырышта хәбәр итеүҙәренсә, республиканың үҙенсәлекле тәжрибәһе федераль кимәлдә билдәләнгән дә инде.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле Башҡортостанда 70-тән ашыу милли йәмәғәт берекмәләре эшләй. Уларҙың иң ҙурҙары Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһына, Халыҡтар дуҫлығы йорто составына инә. 

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн ҡайһы бер көнбайыш эшмәкәрҙәре рус цивилизацияһын һәм мәҙәниәтен «алып ташларға», рәсәйҙәрҙе бөтә донъянан айырырға ғына түгел, ә «граждандар ризаһыҙлығы», «хәрби махсус операцияға ризаһыҙлыҡ белдереү» ойоштороп, өйрәнелгән импорт тауарҙарын һатып алыуҙы сикләп, Рәсәйҙәге берҙәмлекте ҡаҡшатырға теләй».

«Тағы ла ҡабатлайым: беҙҙең төп бурысыбыҙ — Президентыбыҙ Владимир Путин тирәләй берләшеү. Уның янында көслө, аҡыллы, ышаныслы, уға ярҙам итергә әҙер кешеләр булырға тейеш. Коллегалар, был йәһәттән һеҙҙең ярҙамығыҙға ныҡ ышанам, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров ултырышта ҡатнашыусыларға. — Мин, республика етәксеһе, хөкүмәт ағзалары, муниципалитет башлыҡтары — барыбыҙ ҙа һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә һәм Башҡортостандың үҫешен тәьмин итергә тейеш тигән принцип буйынса йәшәйбеҙ. Республикабыҙҙың төп үҫеш программаларын туҡтатырға уйыбыҙҙа ла юҡ. Башҡортостан ышаныслы аҙымдар менән алға барҙы һәм киләсәктә лә шулай булыр. Ошо изге юлда беҙ һеҙҙең ярҙамығыҙға ышанабыҙ, хөрмәтле Совет ағзалары».

Фото:Валерий Шахов

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-04-07/radiy-h-birov-bash-ortostanda-mill-t-ara-don-yany-entekle-esh-mt-e-tip-atany-2759829

 

Радий Хәбиров Башҡортостанда милләт-ара тыныслыҡты ентекле эш һөҙөмтәһе тип атаны
Радий Хәбиров Башҡортостанда милләт-ара тыныслыҡты ентекле эш һөҙөмтәһе тип атаны
Автор:Лариса Михалькова