Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2022, 10:15

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» митинг-концерты республика телевидениеһының тура эфирында күрһәтелә

18 мартта Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыу уңайынан Өфөнөң Конгресс-холл алдындағы майҙанында «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» тигән митинг-концерт була. 2014 йылда тап ошо көндә Ҡырымда һәм Севастополдә бөтә халыҡ референдумынан һуң Рәсәйҙең тарихи биләмәләре рәсми рәүештә үҙ иленә әйләнеп ҡайтты.

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» митинг-концерты республика телевидениеһының тура эфирында күрһәтелә
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» митинг-концерты республика телевидениеһының тура эфирында күрһәтелә

Йәмәғәт эшмәкәрҙәренең башланғысы менән митинг-концерт шулай уҡ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына, Рәсәйҙең Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Ҡораллы көстәренә теләктәшлек күрһәтеүгә арнала. Митингта ҡатнашыусылар ил Президенты Владимир Путиндың курсын хуплауҙарын белдерергә теләй.

Өфөлә был сара «Тыныслыҡ өсөн!» («Zа мир!»), «Рәсәй өсөн!» («Zа Россию!»),  «Президент өсөн» («Zа Президента!») лозунгтары аҫтында уҙғарыла. Унда билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Тамашасыларҙы эстрада йондоҙҙарының концерты көтә, сараның төп ҡунаҡтары – Elvin Grey һәм «Город 312» төркөмө.

Башҡортостан халҡы ҙур митинг-концертты республика телевидениеһының тура эфирында ҡарарға мөмкин. Трансляцияны Башҡортостан юлдаш телеканалы ойоштора. Бынан тыш, эфир «Башҡортостан 24», «Сәләм» телеканалдарында, шулай уҡ «Бәйләнештә» селтәрендә (https://vk.com/wall-27097047_288651) күрһәтелә. Тура эфир көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-03-17/ebe-ekel-r-e-tashlamayby-miting-kontserty-respublika-televidenie-yny-tura-efirynda-k-r-tel-2732489

 

Автор:Лариса Михалькова