Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Февраль 2022, 14:10

Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды.

Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды
Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды

15 февраль — Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәрҙе иҫкә алыу көнө. Дата теүәл 33 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө уңайынан булдырылды. 1979-1989 йылдарҙа ошо илдәге хәрби хәрәкәттәрҙә 15 мең самаһы совет һалдаты, шул иҫәптән 343 яҡташыбыҙ һәләк булды.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов, Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев, хәрби хәрәкәт ветерандары, һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, курсанттар һәм кадеттар ҡатнашты. Христиан һәм мосолман конфессиялары вәкилдәре яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙға арнап доға ҡылды.

«Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскәләр һалыр алдынан ҡатнашыусылар локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Шунан һуң республика етәксеһе хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән аралашты.

«Яугир-интернационалистар — иң яуаплы, көслө һәм лайыҡлы кешеләр. Малай ғына булһалар ҙа, беҙ һәр ваҡыт уларға хөрмәт менән ҡараныҡ. Улар һуғышты, яраланды, һәләк булды. Мәрхүмдәргә — яҡты иҫтәлек. Улар — ысын ир-егеттәр, дәүләттең терәге, ҡыйыу, намыҫлы һәм ғәҙел кешеләр. Мин уларға хөрмәт менән ҡарайым. Улар менән осрашҡан һайын иң тәүҙә ныҡлы һаулыҡ теләйем», — тине Радий Хәбиров.

2011 йылға тиклем 15 февраль яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнде, ләкин рәсми статусы юҡ ине. Яңы дата илдең сит илдәрҙәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡанда Тыуған илгә тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән барлыҡ граждандарын иҫкә алыу көнө булараҡ булдырылды.

Мемориал 2003 йылдың 25 октябрендә ҡуйылған. Авторы — билдәле скульптор Николай Калинушкин. Һәйкәлдең эскизы 1998 йылда Еңеү паркы төҙөлөп бөткәндән һуң эшләнгән. 

Мемориалда башҡорт һәм рус телдәрендә ошондай юлдар яҙылған:

Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса «ҡара» хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.

 

Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды
Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды
Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды
Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды
Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды һәм яугир-интернационалистарҙы хөрмәт менән иҫкә алды
Автор:Лариса Михалькова