Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Февраль 2022, 10:25

Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай: киң мәғлүмәт саралары

Рәсәй Президенты Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Был турала «Ведомости» гәзите хәбәр итте.

Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай: киң мәғлүмәт саралары
Владимир Путин март башында Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай: киң мәғлүмәт саралары

Мөрәжәғәтнамәнең аныҡ датаһы әлегә билдәһеҙ, 1 йәки 3 март булыуы ихтимал.

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков «Ведомости» гәзитенә мөрәжәғәтнамәнең көнөн раҫламаны, президенттың ҡасан сығыш яһаясағын ваҡытында хәбәр итергә вәғәҙә бирҙе.

Һуңғы тапҡыр дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән 2021 йылдың апрелендә сығыш яһағайны. Ул ваҡытта президент иғтибарын социаль-иҡтисади проблемаларға йүнәлтте, шулай уҡ Рәсәйгә ҡаршы төрлө провокацияларға ҡаты һәм асимметрик яуап бирергә вәғәҙә бирҙе.

Автор:Лариса Михалькова