Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Февраль 2022, 09:30

Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән республикала күрелгән саралар тураһында һөйләне

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы, коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуына ҡарамаҫтан, мохтаждарҙың барыһын да дауаханаға һалырға әҙер. Бөтәһе 10 меңгә яҡын урын бар. 2 февралгә республикала 2300 койка-урын булдырылған. Февралдә Туймазылағы госпиталь асыла, Сибайҙа госпиталь төҙөү эштәре бара. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән республикала күрелгән саралар тураһында һөйләне
Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән республикала күрелгән саралар тураһында һөйләне
«Иң мөһиме - тәүге ярҙам күрһәтелергә тейеш. Шуға күрә поликлиникаларҙың эшләү ваҡытын арттырҙыҡ, хәҙер улар иртәнге 8-се 30 минуттан киске 10-ға тиклем асыҡ. ПЦР-тесты киске 8-се яртыға тиклем тапшырырға мөмкин. Поликлиникаларҙа сират ҙур, табиптарҙың эше ныҡ күп. Медицина колледждарының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының һуңғы курс студенттары, ординаторҙар табиптарға ярҙам итергә килде. Уларға, уҡыу йорттары уҡытыусыларына һәм етәкселәренә ҙур рәхмәт», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Башҡортостанда Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә лә 124 оператор эшләй. Үҙәккә көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр 8 (347) 218-19-19 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.

«Шул сама операторҙарҙың да бөтә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеп өлгөрмәүен беләм. Уларҙың һанын арттырыуҙы дауам итербеҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм номеры (122) эшләй, уның буйынса ла беҙҙең ситуация үҙәгенә шылтыратырға, шулай уҡ табипҡа яҙылырға йәки уны өйгә саҡыртырға була. Ирекмәндәр штабы бар, «Беҙҙең хәстәрлек» штабының телефоны: 8-800-201-89-03. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ирекмәндәре лә әүҙем. Улар менән 8 (347) 279-06-30, 279-06-56 телефондары буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе мөмкин булған урындарҙа предприятие етәкселәрен күпселек хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә саҡырҙы.

«Ошо көндәрҙә мин дә донъяны компьютер мониторында күрәм. Әлбиттә, күп нәмә һәр кемдең үҙ һаулығына һаҡсыл мөнәсәбәтенән тора. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! 18 мартта юғары әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйып, бөтә донъя, республика менән коронавирусҡа ҡаршы көрәшә башлауыбыҙға ике йыл була. Был осорҙа беҙҙең 14 мең табип һәм 36 мең шәфҡәт туташы һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Әлеге шарттарҙа улар ике йылға яҡын беҙҙе дауалай, беҙҙең турала хәстәрлек күрә, арый, сирләй, ә ҡайһы берҙәре һәләк була... Әйҙәгеҙ, һәммәбеҙ ҙә уларға рәхмәт әйтәйек һәм ихтирам күрһәтәйек», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
 
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
 
 
Автор:Лариса Михалькова