Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Сентябрь 2021, 15:30

Радий Хәбиров «Башнефть» менән үҙ-ара эш итеүҙе «бик һөҙөмтәле» тип атаны

Башҡортостан Башлығы «Башнефть» компанияһын республика иҡтисады үҫешенең локомотивы тип атаны. Был хаҡта ул дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Радий Хәбиров «Башнефть» менән үҙ-ара эш итеүҙе «бик һөҙөмтәле» тип атаны
Радий Хәбиров «Башнефть» менән үҙ-ара эш итеүҙе «бик һөҙөмтәле» тип атаны

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «Башнефть» — төп, ышаныслы партнер, «беҙҙең төп һалым түләүсе, иҡтисадыбыҙ үҫешенең локомотивы».

«Һуңғы ваҡытта «Башнефть» компанияһы менән бик һөҙөмтәле эшләйбеҙ. «Башнефть» һәм республика алдында торған бурыстарҙы даими хәл итеүгә күстек. Киләсәктә тағы ла тығыҙыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк эшләрбеҙ тип уйлайым», — тине Башҡортостан Башлығы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2021 йылдың 5 сентябрендә Рәсәйҙә Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәте көнө булды. «Ҡара алтын» һәм «зәңгәр яғыулыҡ» байрамы йыл һайын сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә. Быйыл ул 5 сентябргә тура килде.

Башҡортостан — нефть сеймалын эшкәртеү һәм нефть продукттары етештереү күләме буйынса илдә төп субъекттар иҫәбендә. Әйтәйек, дизель яғыулығы сығарыу буйынса Башҡортостан беренсе урынды биләй; эшкәртеүгә ебәрелгән нефть (нефтте беренсел эшкәртеү), автомобиль бензины – икенселә. Рәсәй нефтенең (шул иҫәптән газ конденсаты) 2,2% сығарып, Рәсәй төбәктәре араһында 13-сө урында тора.

2020 йылда Башҡортостанда нефть эшкәртеү тәрәнлеге 89,8% тәшкил иткән (Рәсәй буйынса иһә 83,7%).

Фото: Олег Яровиков

Галина Бахшиева
 
 
Автор:Лариса Михалькова