Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Февраль 2021, 15:45

1 февралдән социаль түләүҙәр арта

Рәсәйҙә 1 февралдән социаль түләүҙәр арта. Пенсия фонды тарафынан бирелеүсе түләүҙәр индексациялана.

“1 февралдән федераль льготаларға хоҡуҡтан файҙаланған 14,7 миллион рәсәйлеләрҙең айлыҡ аҡса түләүҙәре (ЕДВ) 4,9 процентҡа индексациялана. Улар – инвалидтар, хәрби хәрәкәт ветерандары, радиацияға юлыҡҡандар, Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм башҡа ҡайһы бер граждандар. Индексация күләме 2020 йылға ҡарата инфляция кимәленән сығып билдәләнгән,” - тип хәбәр итә ТАСС.
Шулай уҡ айлыҡ аҡсалата түләүҙәр составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы ла 4,9 процентҡа индексациялана. Закон буйынса, ул айлыҡ аҡсалата түләүҙәр тәғәйенләнгән һәр кемгә тейеш, кемдер уны аҡсалата, кемдер хеҙмәттәр рәүешендә ала.
Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы хаҡы февралдән 1 211,66 һум тәшкил итәсәк. Уның эсенә дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн дауалау туҡланыу (аҡсалата эквиваленты – айына 933,25 һум), төп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курортта дауаланыуға путевка (айына 144,37 һум), дауаланыу урынына барыу-ҡайтыу өсөн ҡала яны тимер юл транспортында йәки ҡала-ара транспортында түләүһеҙ йөрөү ( айына 134,04 һум) инә.
Бынан тыш, февралдә ерләүгә пособие арттырыла. Пенсия фонды вафат булған пенсионерҙың туғандарына (әгәр ул эшләмәһә) 6 424,98 һум күләмендә пособие түләйәсәк.
Автор: Дина Арсланова