Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ғинуар 2021, 14:00

Өфөлә Сталин бюсын ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителде

КПРФ-тың Башҡортостан республика ойошмаһы комитеты бюроһы Өфөлә Иосиф Сталиндың бюсын яһау һәм ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу иғлан итте. КПРФ партия ағзаларын, КПРФ яҡлыларҙы һәм Башҡортостан халҡын акцияла әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

«Өфөлә һәйкәл бар ине, беҙҙең бурыс – етәксене баш ҡала урамдарына кире ҡайтарыу. Иосиф Виссарионович Сталин – донъя тарихында сағыу сәйәси эшмәкәрҙәрҙең береһе, Совет дәүләтенең күренекле етәксеһе, СССР ҡораллы көстәренең баш командующийы, генералиссимус, — тип билдәләй мөрәжәғәт авторҙары. — Тарих күрһәтеүенсә, 1919 йылда ҡабул ителгән ҡарар башҡорт халҡының өмөт-ышанысына яуап бирҙе. БАССР социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм ғилми ҡеүәте буйынса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә СССР-ҙың алдынғы төбәктәренең береһенә әүерелде».
Мөрәжәғәттә билдәләнеүенсә, Сталин бөйөк тарихи шәхес булып тора, уның сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф һәм мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөшө фашизмды Еңеүгә килтерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың майында Стәрлетамаҡта урындағы эшҡыуар Таһир Ибраһимов аҡ гвардия адмиралы Александр Колчакка һәйкәл ҡуйғайны. Бер көндән урындағы властар һәйкәлде емерҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: бюст