Унда яҙылған тәҡдимдәр конституция ҡоролошо нигеҙҙәрен, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен нығытыуға йүнәлтелгән, тиелә законда. Закон проекты тағы бер яңы процедураны – дөйөм Рәсәй тауыш биреүен индерә. Документты ҡабул итеү өсөн 383 депутат тауыш бирҙе, «ҡаршы»лар булманы, 43 депутат тауыш бирмәне.