Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март 2020, 18:38

Башҡортостан башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн гранттарына ғариза биреү ваҡыты тамамлана

Республикала коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың республика башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарын алыу мөмкинлеге бар.

18 мартҡа тиклем Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.


Һүҙ, атап әйткәндә, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидиялар бүлеү хаҡында бара.


Конкурстың бюджеты — 50 миллион һум.


Әлеге ваҡытта республиканың 50-нән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы үҙҙәренең проекттарын конкурсҡа теркәгән дә инде.


Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә гранттар алыу өсөн һайлап алыу туғыҙ йүнәлеш буйынса уҙғарыла. Улар араһында – фән һәм мәғариф; социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау; ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау; мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу һәм йәнлектәрҙе яҡлау; йәштәр сәйәсәте; милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам күрһәтеү; һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау.


Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – бында.


Галина Бахшиева


Теги: коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, гранттар