Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Март 2020, 14:00

Башҡортостан башлығы Таҙалыҡ көндәрен үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителә. Ошо көндәрҙә ҡаралған эштәр исемлегендә – предприятиелар, ойошмалар ҡатнашлығында ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу.
Махсуслашҡан ойошмалар юл буйҙарындағы ауған ағастарҙы, сүп-сарҙы йыйып алырға тейеш.
Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципалитеттар Таҙалыҡ көндәрен уҙғарыу буйынса саралар планын ҡабул итергә һәм Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырырға бурыслы.
«Беҙ бер нисә муниципалитеттың, тәү сиратта, Учалы һәм Әлшәй райондарының тәжрибәһен өйрәндек. Унда һәр предприятие үҙҙәренә беркетелгән биләмәне йыйыштырыу өсөн бер сәғәткә кешеләр бүлә, — тип белдерҙе Радий Хәбиров хөкүмәттәге кәңәшмәлә. — Мәҫәлән, Учалы – бик таҙа ҡала. Шуға беҙ ошо тәжрибәне тотош республикаға таратырға булдыҡ. Мин быға ҙур иғтибар бүләм».
Республикала тәүге таҙалыҡ көндәре киләһе аҙнала уҡ башлана – 18 марттан 20-һенә тиклем. Шул уҡ ваҡытта ҡарҙан таҙартыу эше башҡарыла, 16 марттан санитар йыйыштырыу һәм биләмәләрҙе йәшелләндереү башлана.
Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе өс дөйөм республика өмәһен (18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә), шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көнөн, ике «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үткәреү планлаштырыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Галина Бахшиева