Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Февраль 2020, 18:00

Радий Хәбиров бик мөһим проблеманы күтәрҙе: "Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусыларға телефон кәрәкме-юҡмы?"

Ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә "Мәктәптә дәрес мәлендә уҡыусыларға телефон кәрәкме?" тигән һораулама ҡуйған.

"Әйҙәгеҙ, кәңәшләшәйек. Мин бер ваҡыт беҙҙең балалар йыш ҡына смартфондарына текәлеп ултыра тип әйткәйнем. Дәрес мәлендә иғтибарҙы белем алыуға йүнәлтһәләр яҡшыраҡ булыр ине тием. Кәңәшем шулай - уҡыусылар иртәнсәк мәктәпкә килгәс, телефондарын класс етәксеһенә тапшыра. Әгәр ҙә кәрәкһә, улар тәнәфестә гаджеттарын алып, шылтырата йәки хәбәр яҙа ала. Беҙгә балаларыбыҙҙың тормошона смартфондарҙың йоғонтоһон кәметеүҙә эшләргә кәрәктер.
Ата-әсәләр фекерҙәрен яҙһын һәм тауыш бирһен. Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусыларға телефон кәрәкме-юҡмы? Беҙ күмәкләшеп ҡарар ҡылырбыҙ.

P.S. Тәжрибәм менән уртаҡлашам) Чиновниктарҙың телефондарын тартып алдым, эштәренең һөҙөмтәһе артты.
Фото: Т.Аманов