Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Февраль 2020, 12:00

Беҙҙең аҡса ҡайҙа китә?

Бөтә донъяны яңы коронавирус ҡурҡытып тотҡанда, беҙҙең республикала әлегә хәлдәр тыныс. Кисә республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында был темаға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ныҡлы иғтибар итте.

– Беҙҙә барыһы ла контролдә, зарарланыу ҡурҡынысы юҡ. Берәй хәл була ҡалһа, бар хеҙмәттәр ҙә әҙер. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министр­лығынан бының буйынса йөклә­мәләр килде, беҙ уларҙы тормошҡа ашырырға тейеш. Халыҡты ҡурҡы­тырға, ығы-зығыға бирелергә ярамай, шул уҡ ваҡытта барлыҡ әҙерлек сараларын ваҡытында үткәрергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, беҙ барлыҡ эҙемтәләргә лә әҙер. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы юғары әҙерлек режимында торорға тейеш. Респуб­ликаның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, барлыҡ эпидемияға ҡаршы саралар комплексы ойошторолған. “Өфө” аэропортында санитар-карантин контроле көсәйтелгән, вирусҡа ҡаршы препараттар запасы булдырылған, дезинфекция һәм шәхси һаҡланыу саралары бар. Сиргә шик тыуған осраҡта нимә эшләү алгоритмы әҙер.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 1 февралдән беҙҙең аэропорттан Ҡытайға авиабәйләнеш ябылған. Шул иҫәптән коммерция рейстары ла йөрөмәйәсәк.

– Рәсәйҙән Ҡытайға быға тиклем осмағанһығыҙ икән, артыҡ кәрәге булмаһа, бармағыҙ. Сәйәхәттән баш тартһағыҙ, Рәсәй авиакомпанияһы билет хаҡын ҡайтарасаҡ, – тине ул.

Шулай уҡ Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова ла кәңәштәрен бирҙе. Әле республикала миҙгел сирҙәре лә көсәйҙе. Шуға күрә йәмәғәт урындарына сыҡҡан саҡта битлектәр кейергә, даими рәүештә ҡулды йыуып һәм дезинфекциялап торорға кәрәк.

Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булғайны. Ул шуға иғтибар иткән: был районда контейнер майҙансыҡтары бик һәйбәт ойошторолған, дөрөҫ һәм кешегә уңайлы итеп эшләнгән.

– Төрлө районда хәлдәр төрлөсә. Башлыса – ҡурҡыныс хәл. Ә бит бының өсөн махсус аҡса бүленә. Контроль идаралығы вәкилдәре, был аҡса нисек тотонола икән? Һеҙгә шуны тикшерергә ҡушам: беҙҙең аҡса ҡайҙа китә? – тине ул.

Былтыр контейнерҙар алыу һәм майҙансыҡтарҙы ойоштороу өсөн республика бюджетынан 173,6 миллион һум аҡса бүленгән. Быйылға ошондай уҡ сумма планла­тырылған. Һәр район яҡынса 3,5 – 4,5 миллион һум аҡса алған. Тик, күренеүенсә, кемдер эште еренә еткереп башҡарған, кемдер нисек етте шулай. Радий Фәрит улы был хәл менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе һәм ныҡлап тикшерергә ҡушты.

Контейнер майҙансыҡтары темаһы быйыл республикала иғлан ителгән Зауыҡлы билә­мәләр йылына ла килеп тоташа, сөнки йылдың төп маҡсаты – тәртип урынлаштырыу һәм төҙөк­ләндереү. Республика етәксеһе исемле йылға ҡағылышлы эштәр планын әҙерләргә һәм бөгөндән уларҙы тормошҡа ашыра баш­ларға ҡушты. Быйыл Башҡорт­ос­тан мөһим халыҡ-ара кимәл­дәге сараға ла әҙерләнә – йәйен беҙҙә Фольклориада үтәсәк. Шуға күрә ҡунаҡтар килер алдынан республиканың һәр ерендә тәртип һәм таҙалыҡ булырға тейеш.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов республикала икенсе йыл тормошҡа ашы­рылған “Туған урам” програм­ма­һы тураһында һөйләне. Ул 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Программаға ярашлы, халҡы 1000 кешенән күберәк булған ауылдарҙа һәм көнөнә 600-ҙән күберәк машиналар үткән транзит юлдар ремонтланасаҡ, уларға асфальт һалынасаҡ. Быйыл, мәҫә­лән, дөйөм хаҡы 900 миллион һум тәшкил иткән 113 километр юл ремонтланасаҡ. Был йәһәттән Радий Хәбиров тротуарҙар тураһында ла уйларға ҡушты.

– Ауылға бер кереп эш баш­лағас, тауыш һәм саң күтәргәс, бер юлы тротуарҙар ҙа һалырға кәрәк. Беҙҙең балалар һәм кешеләр хәүефһеҙ ерҙән йөрөргә тейеш. Программаны ҡарап сығы­ғыҙ һәм, мөмкинлек булһа, ошоно ла индерегеҙ, – тине ул.

Оператив кәңәшмәлә күтә­рел­гән тағы бер мөһим тема – таҙа эсәр һыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йәшәгән бар халыҡ та сифатлы һәм таҙа һыу менән тәьмин ителмәгән. Радий Фәрит улы белдереүенсә, Хәйбулла, Борай һәм Туймазы райондарында хәлдәр иң ауыры. Был район­дарҙа яҡын арала эште башларға һәм тиҙ арала һыу станциялары төҙөргә ҡушылды.

Тағы бер мөһим тема – Радий Хәбиров барлыҡ хакимиәт башлыҡтарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алырға әҙер булырға ҡушты. Бөгөндән саралар планы әҙерләргә, уларҙы юғары кимәлдә ойоштороу зарур.

– Ҡыҙғаныс, беҙҙең республикала иҫән ветерандар һаны көн­дән-көн кәмей. Әле яңыраҡ бер районда кавалерия дивизияһы ветеранын эҙләгәйнек. Таптыҡ. Тик бабайҙың тормошо ауыр. Өйө насар хәлдә, бәҙрәфе тышта. Әйҙәгеҙ, иҫән ҡалған барлыҡ ветерандарыбыҙға ярҙам итәйек. Уларҙы барлап сығығыҙ, тормош сифатын ҡарағыҙ һәм кәрәк урында ярҙам итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: «Башинформ» МА