Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ғинуар 2020, 16:00

Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» исеме бирелде

Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзы президиумы шундай ҡарар ҡабул итте.

Абруйлы исем өфөләрҙең фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы, хеҙмәт батырлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн тапшырылды.
«Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығы уңайынан Өфө ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән халыҡ-ара маҡтаулы исем бирергә», — тиелә Дәүләт-ара герой-ҡалалар союзының Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин исеменә ебәрелгән хатта.
http://www.bashinform.ru/bash/1406157/