Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ноябрь 2019, 12:00

Яңырыу 2.0

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенә бөгөн тәрәндән яңыртыу – “Яңырыу 2.0” талап ителә. Партияның төбәк бүлексәһе секретары итеп һайланған Радий Хәбиров 25 октябрҙәге төбәк конференцияһында ошо хаҡта белдерҙе.


Мәсетле партиялыларының фекерен “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының

урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Зилә Рәхимҡолова етәкселегендәге делегация еткерҙе.


Партиялаштары алдындағы сығышында ул күп кенә көнүҙәк мәсьәләләр ҡуйҙы һәм төбәк башҡарма комитетына партия эсендә партия нисек үҫешергә тейеш, уның алдында ниндәй маҡсаттар тороуы тураһында дискуссия әҙерләп үткәрергә ҡушты.

– Ундай дискуссия исем өсөн түгел, аныҡ ҡарарҙар әҙерләү һәм партия ағзаларына ҡыҙыҡлы булһын өсөн уҙғарылырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе.

Дискуссияның беренсе этабы 7 ноябрҙән 21-енә тиклем үтте. Уның барышында теләгәндәр партия эшенең нәтижәлелеген арттырыу, онлайн-һорау алыуҙа ҡатнашыу юлы менән уның йүнәлештәрен һәм өҫтөнлөктәрен модернизациялау буйынса үҙ фекерҙәре һәм идеялары менән уртаҡлаша алды.

Икенсе этап 25 ноябрҙә старт алды һәм 20 декабргә тиклем дауам итәсәк. Мәсәғүт ауылы уны үткәреүҙең беренсе майҙансығы булды, унда Төньяҡ-Көнсығыш зонаның биш: Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Балаҡатай райондары берҙәмрәсәйҙәре йыйылды.

Партия дискуссияһы барышында партияны ҡайтанан эшләтеп ебәреүҙең алты мәғәнәһен тикшерергә тәҡдим ителде. Улар Радий Хәбировтың конференциялағы сығышы йомғаҡтары һәм ҡушыуҙары нигеҙендә формалаштырылғайны.

Башҡортостанда партияны яңыр- тыуҙы уның түбәнге бүлексәләренән башларға тәҡдим ителә. Был секцияла беренсел ойошмалар ағзаларының ҡулайлы һаны, даими офис, ағза иғәнәләре йыйыу кәрәклеге һәм башҡа күп нәмәләр тикшерелде.

Партия ағзалары имиджына талаптар арттырыуҙы тикшереү дискуссияның икенсе йүнәлеше булды. Партияның ғәмәлдәге ағзалары ла, яңылары ла һөнәри кадрҙар, “әхлаҡи” фильтр аша үтергә тейеш.

Шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл”дәр “Идара итеүсе партия булараҡ “Берҙәм Рәсәй”, “Эффектлы коммуникациялар”, “Яңы быуын сәйәсмәндәре әҙерләү урыны” һәм “Берҙәм Рәсәй” битараф булмағандарҙы берләштерә” темаларына арналған ине.

“Түңәрәк өҫтәлдәр”ҙә тикшереү йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр һәм “Тыуған республиканы һәм бөтә илде үҫтереү бурыстарын хәл итеү өсөн нисек итеп кешеләрҙең ышанысын һәм ихтирамын яуларға, шулай уҡ яңы партия яҡлыларҙы йәлеп итергә” һорауына яуаптар сығарылды.

Бындай дискуссиялар республиканың тағы ла ете зонаһында үтәсәк һәм йыл һуңына тамамланасаҡ. Улар партияға халыҡтың реаль проблемаларын күрергә, уларға яҡыныраҡ булырға һәм йәмәғәт үҙгәрештәре авангардында барырға, шуның менән яңырыу үтергә ярҙам итәсәк.