«Берәй нимә вәғәҙә итһәгеҙ, уны үтәргә, бурысты кире ҡайтарырға кәрәк», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров кисә Өфөлә уҙған «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия активы менән осрашыуҙа.
«Республикабыҙҙың төп байлығы — ошонда йәшәгән халыҡтар берҙәмлеге. Ә беҙҙең төп бурысыбыҙ —Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ышанысын һәм өмөтөн аҡлау. Мин көн һайын шуның менән шөғөлләнәм һәм һеҙ ҙә республика алдында торған бурыстарҙың кимәлен аңларһығыҙ тип ышанам», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе республика буйлап эш сәфәре барышында үҙенең төрлө хис-тойғолар кисереүе һәм һәр ваҡыт республикабыҙҙың көслө булыуына инаныуы хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров төбәк етәксеһенең эше оператив етәкселек итеүгә генә түгел, ә ниндәйҙер маҡсаттар ҡуйыуға һәм үҫеш стратегияһын билдәләүгә лә ҡайтып ҡала тип иҫәпләй.
«Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә маҡсаттар ҡуйырға, республиканы әүҙемләштерергә өлгөргәнмендер тип ышанам. Командабыҙ Башҡортостанға яңы һулыш өрөргә тейеш. Мәҫәлән, мин «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ваҡиғаһына әүҙем ҡушылыуын теләр инем. Беҙ уны артабан да дауам итербеҙ һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған һәр кемгә ярҙам күрһәтербеҙ. Башҡортостанда бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу бик көслө, ул быуаттар буйына формалашҡан», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров ил етәкселегенең һәм федераль властарҙың республикаға ыңғай мөнәсәбәте хаҡында ла һөйләне.