Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2017, 17:34

Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы

14 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин иҫәп буйынса 13-сө матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Дәүләт башлығы көн үҙәгендә торған һо-рауҙарға яуап бирҙе, хөкүмәттең һәм губернаторҙарҙың эшен баһаланы, шулай уҡ киләһе йыл-ға тышҡы һәм эске сәйәсәттә мөһим темаларҙы билдәләне.

Матбуғат конференцияһында башҡа өлкәләрҙән тыш, татар телен өйрәнеү, ерҙең кадастр хаҡы, пенсия йәшенең артыуы һәм һалым реформаһы кеүек темаларға ҡағылдылар.

Һорау: “Белеүегеҙсә, беҙҙең республика (Татарстан Республикаһы – мөхәррир иҫкәрмәһе) һәм башҡа төбәктәр быйыл тел мәсьәләһен ҡуҙғатты. Бынан һуң беҙгә тағы ла насарыраҡ булмаҫмы, тип борсолабыҙ”.

В. Путин: “Маҡсатыбыҙ – бөтә балаларға ла, Рәсәй Федерацияһының ниндәй биләмәһендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, киләсәк тормошо өсөн бер тигеҙ башланғыс шарттар булдырыу.

Әгәр халыҡ үҙ милли телен белеп, халыҡ-ара аралашыу теле булып торған һәм илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарында белем биреү алып барылған рус теле буйынса артта ҡалһа, минеңсә, был Татарстанда йәшәгән балаларға ҡарата насар булыр ине. Бары шул ғына.

Халыҡтарҙы татар, мари, чечен, яҡут телдәрен генә түгел, туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге менән тәьмин итергә кәрәк. Бындай телдәр беҙҙә байтаҡ. Мәҙәни һәм тел төрлөлөгө – был беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм байлығыбыҙ. Уға, бер һүҙһеҙ, булышлыҡ итергә кәрәк”.

Һорау: “Һеҙ ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ, маҡсатығыҙ ниндәй, Рәсәй өсөн ниндәй эштәр атҡарырға теләйһегеҙ һәм мөҙҙәтегеҙ аҙағында уны ниндәй итеп күрәһегеҙ?”

В. Путин: “Беләһегеҙме, Рәсәйҙе ниндәй итеп күрергә теләүем хаҡында төрлө сараларҙа, әңгәмәләрҙә күп һөйләнем. Тағы бер тап-ҡыр әйтәм: ул киләсәккә ынты- лырға, заманса, сәйәси система һығылмалы булырға, иҡтисад юғары технологияларға нигеҙләнеп төҙөлөргә, хеҙмәт етештереүсәнлеге күп тапҡырға артырға тейеш.

Хәҙер һайлау алды программаһы хаҡында һөйләргә теләмәҫ инем. Программам бар. Ҡабатлап әйтәм: әле уның менән таныштыра торған формат түгел. Ләкин властың да, йәмғиәттең дә иғтибары тупланырға тейешле мөһим мәсьәләләрҙе һанап үтәм. Атап әйткәндә, улар – инфраструктураны, һаулыҡ һаҡлау-ҙы, мәғарифты үҫтереү, әйтеп үткәнемсә, юғары технологиялар, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу.

Быларҙың барыһы ла, һис шик-һеҙ, халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелергә тейеш”.

З. Солтанова, “Челнинские известия”: “Һуңғы йылдарҙа пенсия йәшенең артыуы тураһында йыш һөйләйҙәр һәм эш ваҡытта ғына икәнлеге барыһына ла аңлашыла. Бындай ҡарар ҡасан ҡабул ителер? Һеҙ ирҙәр һәм ҡатындар өсөн пенсия йәшен күпмегә арттырырға кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?”

В. Путин: “Ысынлап та, пенсия йәшен арттырыу яҡлылар пенсияға сығыу планкаһы үткән быуаттың 30-сы йылдарында билдәләнгән, ти. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ләкин ҡатындар өсөн – 55, ирҙәр өсөн 60 йәш билдәләгәндә ғүмер оҙайлығы ла яҡынса шул йылдар-ҙағы кеүек булған. Яҡынса.

Пенсия йәшен арттырыу яҡлылар нимә ти? Улар, быны эшләмәһәк, ғүмер оҙайлығының артыуын иҫәпкә алғанда, эшләүселәр һаны ҡыҫҡарасаҡ, ә пенсия йәшендәге кешеләр һаны артасаҡ һәм был пенсия системаһын баланслау мөмкинлеген бирмәйәсәк, ти.

Был дәүләт пенсияны түләй алмаясаҡ тигәнде аңлатмай. Ул пенсияны түләй аласаҡ, унда киҫкен хәл булмаясаҡ, ләкин пенсионер-ҙар килеме үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ һәм, инфляцияны иҫәпкә алғанда, ул кәмейәсәк. Пенсия йәшен арттырыу яҡлылар шулай ти.

Улар, шулай уҡ пенсия йәшен арттырған хәлдә, ирҙәр өсөн дә, ҡатындар өсөн дә бер төрлө арттырырға кәрәк, ти.

Ләкин пенсия йәшен арттырған осраҡта проблемалар буласаҡ, тип иҫкәртеүселәр ҙә бар. Улар нимәгә һылтана һуң? Улар былай ти: “Беҙ иҡтисадҡа инновацион характер бирергә, шулай уҡ төп ролде һандар технологияһы уйнауын теләйбеҙ”. Был нимәне аңлата һуң? Тимәк, бөгөн шартлы әйткәндә, мең эшсе кәрәк булған предприятиеға иртәгә йөҙҙән дә артыҡ кеше кәрәкмәҫ, етмәһә, ҡайһы берәүҙәр тәҡдим итеүенсә, пенсия йәшен 63-кә йәки 65-кә күсерһәк.

Ә эштән азат ителгәндәрҙе ҡайҙа итергә? Хеҙмәт баҙары менән нимә буласаҡ? Башҡа фекерҙәр ҙә бар. Тулы ҡарар ҡабул итер алдынан быларҙың барыһын да реаль иҫәпләргә кәрәк. Мин быны яуаптан тайпылыр өсөн әйтмәйем. Бының нимәгә килтерәсәген һәр позиция буйынса иҫәпләргә кәрәк.

Ниндәй генә ҡарар ҡабул итмәйек, был пенсияға сығып өлгөргәндәр өсөн ҡағылмаясаҡ, был беренсенән. Икенсенән, был шаҡ ҡатыр-ғыс, шулай уҡ бер тапҡыр ғына файҙаланыла торған ҡарар булырға тейеш түгел. Бындай эш башҡа илдәрҙәге кеүек яйлап ҡына – йәки ярты йыл аша, йәки бер йыл аша эшләнергә тейеш.

Ләкин тағы ла бер тапҡыр әйтәм һәм һыҙыҡ өҫтөнә алам: әлегә бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул ителмәгән. Тағы ла бер нәмә, үтә лә мөһим хәл: бындай ҡарарҙар кулуар рәүештә хәл ителмәй, хатта Хөкүмәт кимәлендә лә”.

С. Шахов, Өфө, “Йәмәғәт электрон гәзите”: “Федераль ҡаҙнанан аҡса алыу – һәр төбәк өсөн иң ауыртҡан мәсьәләләрҙең береһе. Шартлы итеп әйткәндә, Башҡорт-остан 10 миллиард күсерә, һуңынан күп һанлы делегациялар аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарыу өсөн федераль министрлыҡтар буйлап йөрөй. Һалым реформаһын үткәреүҙе кәрәкле һәм ваҡытлы тип иҫәпләйһегеҙме? Ул саҡта төбәктәргә аҡса күберәк ҡалыр ине. Мәҫәлән, файҙалы ҡаҙылмалар табыуға биш процент һалым. 2010 йылға тиклем һалым кодексында ошондай норма бар ине, ләкин ул алып ташланды. Был урындарҙа аҡсаны һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирер ине. Мәҫәлән, юлдарҙы ремонтлау эше ваҡытында башланыр ине, ә декабрҙә генә федераль аҡсалар күскәс түгел”.

В. Путин: “Беҙ ошо ҡарарҙарҙы тикшерәбеҙ. Үткән аҙнала ғына ошо мәсьәләгә кире ҡайттыҡ: юл төҙөлөшө һәм төбәктәрҙең килеме буйынса ла. Төбәктәрҙең бурысын реструктуризациялау буйынса ҡарар ҡабул иттек.

Беҙ кешеләр ҡайҙа, ҡайһы төбәктәрҙә йәшәмәһен, улар яҡынса бер кимәлдә йәшәргә тейеш, тигәндән сығып эш итәбеҙ. Быны эшләү бик ҡатмарлы, әлбиттә. Субъ-екттар төрлөсә үҫешкән һәм бында аҙ бюджетлы төбәктәрҙең ғәйебе юҡ. Шуға күрә күп йылдар дауамында бюджеттарҙы тигеҙләү менән шөғөлләнәбеҙ. Тиҫтә йылдар, бәлки, йөҙ йыл буйына ҙур ресурс-тар һалынған төбәктәр үҙ аллы түгел. Донор төбәктәрҙән (әле улар-ҙың һаны 12) Рәсәйҙең башҡа субъ-екттарына аҡсаны ҡабаттан бүлеү ғәҙел. Беҙ быны һаҡ ҡына, донор төбәктәрҙең үҙ иҡтисадын артабан үҫтереү теләген бөтөрөргә тырышмайынса ғына эшләйбеҙ.

Реструктуризациялауға килгәндә, әйтеп үткәнемсә, илдәге барлыҡ төбәктәрҙең дә тиерлек кредит бурысын ете йылға реструктуризацияларға хәл ителде. 5 процентҡа. Был төбәктәргә 430 миллиард һум күләмендә аҡса алырға мөмкинлек бирә. Улар финанс йәһәтенән һауыҡтырыуға һәм социаль, иҡтисади үҫешкә йүнәлтелергә тейеш. Бөтә төбәктәр ҙә, шул иҫәптән Новгород өлкәһе лә быны энтузиазм менән ҡабул итте. Бындай субъект- тарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡа-ралған. Илебеҙҙә ошондай өс-дүрт төбәк бар.

Әлегә ҡарар ҡабул ителде. Рәсәй төбәктәренә коммерция банктарында юғары процент менән кредит биреүҙе туҡтатырға кәрәк. Нимә күрәбеҙ? Дәүләттән түбән ставка менән кредит алыу мөмкинлеге лә бар бит. Юҡ, улай эшләмәйҙәр. Ни өсөн? Властар һәм коммерция банктары араһында килешеү бар. Коммерция банкы билдәле бер параметрҙар буйынса эшҡыуарлыҡ структураларына аҡса бирмәй. Төбәктәргә иһә ҡуш ҡуллап. Ни өсөн? Сөнки дәүләттең уларҙы тәьмин итерен белә. Аҡсаны еңел генә алалар, ә эҙемтәләре тураһында бөтөнләй уйланмайҙар. Сикләү индерергә кәрәк. Минең бер кем менән дә ошо хаҡта һөйләшкәнем юҡ ине. Беҙ быны эшләргә тейешбеҙ тип уйлайым.

Стенограмма.