Был төнәтмәләр бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно яҡшырта, организмдың дөйөм хәл-торошон ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Шуныһы мөһим – ике рецепт та борондан билдәле һәм һыналған.
Беренсе рецепт
Бер аш ҡалағы бөтәү һолоноң (ярҙырылған ярма йәки геркулес түгел) өҫтөнә 0,5 литр таҙа һыу ҡойоп төнгөлөккә ҡалдырырға. Әгәр ҡан баҫымығыҙ юғары булһа, бер аш ҡалағы арпа ярмаһы (перловка) өҫтәгеҙ.
Иртәнсәк ошо һололо һыуҙы ҡыҙыу утта 2 минут самаһы ҡайнатырға, артабан 5 минут талғын ғына утта тотоп алғас, таҫтамал менән ҡаплап,10 минут көтөргә. Һөҙөп алғас, көн дауамында ашар алдынан аҙ-аҙлап эсегеҙ.
Икенсе рецепт
1 стакан һолоно йыуып таҙаларға. Ошо ярманы термосҡа һалып, 1 литр ҡайнар һыу өҫтәп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк ас ҡарынға эсергә. Яһаған төнәтмәне бер көн эсендә эсеп бөтөрөргә, сөнки ул бик тиҙ әсей.
Дауаланыу курсы – 10 көн.
Мәҡәлә танышыу маҡсатында бирелә, дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сөнки иҫкәрмәләр бар.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.
Фото: api.rbsmi.ru