Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
5 Октябрь 2023, 16:00

"Атайым үпкә ауырыуҙарын ҡаҙ майы менән дауалай ине"

"Кеше башта дарыуханаға йүгерһә лә, башына төшкәс, дауаны тәбиғәттән эҙләр, тик ул ваҡытҡа күп шифалы үләндәр юҡҡа сыҡҡан булыр", - тигәне лә раҫ. 

"Атайым үпкә ауырыуҙарын ҡаҙ майы менән дауалай ине"
"Атайым үпкә ауырыуҙарын ҡаҙ майы менән дауалай ине"

Атайым бик күп ауырыуҙарҙы өшкөрөп дауалай ине. Хәҙер генә уның шул хәтлем көслө дауалаусы булыуын аңлайым. Тағы ул Мөжәүир хәҙрәт менән бик дуҫ булды. Аралар йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, йыш ҡына уның янына барыр ине.

"Ахырызаман алдынан кешелек шул хәтлем алға китер, әллә ҡайҙа булһалар ҙа, бер-береһе менән бына беҙ һөйләшеп ултырған кеүек күреп һөйләшерҙәр", - тигәненән көлә торғайныҡ. Бына бит, бөгөн шул заман килмәнеме ни! "Балалар, һеҙ бик ауыр заманаларға тура килдегеҙ. Кеше бер-береһенең тынынан ҡурҡып, ауыҙҙарын ҡаплап йөрөр", тигәне ошо коронавирус тураһында түгелме һуң? "Кеше башта дарыуханаға йүгерһә лә, башына төшкәс, дауаны тәбиғәттән эҙләр, тик ул ваҡытҡа күп шифалы үләндәр юҡҡа сыҡҡан булыр", - тигәне лә раҫ.

Ҡайһы берҙә апайым менән һөйләшеп ултырабыҙ, ул атайым менән ҡәрсәйем Һөйәрбикәнең үлән, өшкөрөү менән дауалағанын һөйләй. Минең бәләкәй ҡыҙым Илмира - табип, был да Аллаһ Тәғәләнәндер, ул ошо юлды дауам итергә тейеш, тип уйлайым. Уның әйтеүе буйынса, коронавирустан иң яҡшы дарыу - ҡорот, айран һәм ҡымыҙ! Ни өсөн тиһегеҙме? Беҙ уларҙы әҙерләгән ваҡытта болғатып, үпкәгә иң кәрәкле булған кислород менән байытабыҙ! Шулай уҡ ҡорот өсөн ҡатыҡты ҡайнатҡанда уны ни өсөн бер туҡтауһыҙ болғатып, һапырып торорға кәрәк тип уйлаһығыҙ? Шулай уҡ уны кислород менән тәьмин итәбеҙ. Айран бешкәндә лә шул уҡ процесс - эсемлек күпереп, аҙаҡтан организмды кислородҡа туйындыра. Әсәйем мәрхүмә көбөсәктә айран бешкәндә матур һүҙҙәр һөйләп, теләктәр теләп ултырыр ине.

Күптәр ауылдарҙа һыйыр тота. Ә һеҙ күбек майы әҙерләй беләһегеҙме? Уның да шифаһы күп бит. Атайым үпкә ауырыуын ҡаҙ майы менән дауалай ине. Беҙ йүткерә башлаһаҡ, йылы һөткә бер ҡалаҡ иретелгән ҡаҙ майы, бал, һары май һалып, бер сынаяҡ эсерә лә, ҡаҙ майы менән ыуып, йоҡларға һалыр ине. Иртәгәһе көнөнә температура ла, йүткереү ҙә әллә ҡайҙа була.

Ҡаҙ майын һыу эсендә тотоп иретәм дә, эҫе көйө ете төрлө үләндең ҡаҙып алынған тамырына ҡойоп, 10 көн ҡараңғы урында тотам. Аҙаҡ барыһын бергә бутап, мунсанан һуң тәнемде ыуам. Аллаға шөкөр, коронавирус менән ауырыған кешеләр араһында йөрөнөм, мине Аллаһ Тәғәләм һаҡлай! Ә мин үҙемсә сәләмәтлегемде ошо рәүешле нығытып торам.

Авторы – Рәхимә Вәлиуллина.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Сығанаҡ: “Киске Өфө” гәзите (vk.com/kiskeufa)

Фото: static.tildacdn.com

Автор: