Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булығыҙ!
6 Июнь 2023, 16:00

Июндә йыйыр булғандар

Ете төр үләнде әҙерләү, әлбиттә, байтаҡ ҡына ваҡытты ала, тағы...

Июндә йыйыр булғандар
Июндә йыйыр булғандар

Элек-электән халҡыбыҙ башҡорт сәйен әҙерләр булған. Бының өсөн мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡыр сейәһе, бөрлөгән, ҡара ҡарағат, әлморон һәм урман еләге япраҡтары файҙаланылған. Уларҙы июндә йыйыр булғандар.

Ете төр үләнде әҙерләү, әлбиттә, байтаҡ ҡына ваҡытты һәм бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Иң төп этап – ферментациялау. Борон үләндәрҙе балта менән ваҡлағандар, унан таҡта өҫтөнә һалып, ҡояшта киптергәндәр, ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп торғандар.

Хәҙер япраҡтарҙы тарттырғыс ярҙамында ваҡларға мөмкин. Сәйҙе газ мейесендә юғары булмаған эҫелектә киптереп була. Сәйҙең тәме һаҡланһын өсөн уны бер үк кимәлдә түбәнге температурала 30 минут тирәһе киптереү кәңәш ителә.

Фото: pokayadoma.ru

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор: